Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Музейное объединение»
муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан республикаһы Учалы районы муниципаль районының
«Музейҙар берекмәһе»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы

Һуңғы ваҡытта “Урау” тип аталған креатив-хәрәкәт эшмәкәрлеге терапияһы тренингтары үткәрелә башланы

Һуңғы ваҡытта “Урау” тип аталған креатив-хәрәкәт эшмәкәрлеге терапияһы тренингтары үткәрелә башланы. Хәҙер ундай саралар аҙым һайын, тип иғтибар итмәҫкә лә булыр ине, әммә был осраҡта түгел, сөнки ул халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы “Урал батыр” эпосы мотивтарына нигеҙләнеп тормошҡа ашырыла. 30 сентябрь ошо милли һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләгән психолог Рөстәм КӘЛИМУЛЛИН менән Учалы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренең осрашыуы үтте.
Рөстәм Ғәлим улы Йәнбирҙе йылғаһына барып тренинг үткәрергә тәҡдим итте. Йылға Кинйәкәй (Вознесенка) ауылы эргәһенән башлана.Шулай уҡ Учалы районында Рысай ауылы эргәһендә генә Йәнбирҙе йылғаһы ла аға. Йәнбикә йылғаһын барып күреп, Урау” креатив-хәрәкәт эшмәкәрлеге терапияһы тренингтары өсөн Рөстәм Кәлимуллинға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!