Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Музейное объединение»
муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан республикаһы Учалы районы муниципаль районының
«Музейҙар берекмәһе»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы

8 декабрь Учалы районының Көсөк ауылында күренекле дәүләт эшмәкәре, легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо

8 декабрь Учалы районының Көсөк ауылында күренекле дәүләт эшмәкәре, легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Сарала Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин, Муса Мортазин биографияһын өйрәнеүсе йәш ғалим Азат Ғафаров, Учалы районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре, «Халыҡ улы Муса Мортазин» китабын төҙөүсе, ғалим Рәүеф Шаһиев, тарихсы Фәнүр Шаһиев, район, ауыл советы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Азат Ярмуллин Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә «Мортазин яуҙаштары» проектын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләп үтте. Азат Ғафаров Мортазиндың БашЦИК рәйесе вазифаһындағы эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте. Рәүеф Вәли улы Муса Мортазинға Көсөк ауылында һәйкәл асыу, уның энциклопедияһын төҙөү мәсьәләләрен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Фәнүр Шаһиев Муса Мортазин музейына реэкспозиция эшләү, уны яңы экспонаттар менән байытыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Илдар Килмөхәмәтов Ғәлиәхмәр ауылында Муса Мортазиндың яуҙашы, Тамъян-Катай кантонының хәрби комиссары Әхмәҙей Зиннуровтың иҫтәлегенә яҙыулы гранит таш әҙерләнеүе хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. «Түңәрәк өҫтәл» барышында Көсөк ауылы ағинәйҙәренә Учалы районының Муса Мортазин премияһы тапшырылды.