Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Музейное объединение»
муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан республикаһы Учалы районы муниципаль районының
«Музейҙар берекмәһе»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы

БАШКОРТ ТЕЛЕ КөНө

14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көндө бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтте. Әлбиттә, Учалы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы ла был сараларҙан ситтә ҡалманы.
Ғилми хеҙмәткәр Г.Ф.Лоҡманова С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы һәм Учалы тау сәнғәте колледжы студенттары өсөн матур сара үткәрҙе. Сара өс бүлектән торҙо: “Беҙҙеңсә дәрес”, М.Аҡмулланың шиғыры буйынса әйтеш, башҡортса караоке. Сара барышында студенттар ике командаға бүленеп төрлө һынауҙар үттеләр. Улар башҡорт халҡының милли ризыҡтарын, кейемдәрен, уйын ҡоралдарын, уйындарын иҫкә төшөрҙөләр. Студенттар Йөҙөк кемдә? уйынын уйнап кәйефтәрен күтәрҙеләр. Сара башҡортса караоке менән тамамланды.